Башланғыс кимәлде (башҡорт телен яңы өйрәнә башлағандар өсөн)- 23 714, башҡорт телен иркен белеүселәр кимәлен - 16 335, башҡорт теленең диалекттарында 1 518 кеше һайлаған.
Тест тамамланғас, һәр ҡатнашыусыға йыйылған балдар һаны менән сертификат тапшырылды.
Олимпиада тамамланғандан һуң, basholimpiada.ru сайтында белемде үҙ аллы тикшереү өсөн һорауҙарға дөрөҫ яуаптар ҡуйылды.
Олимпиаданы Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы һәм «Мираҫ» йәштәрҙең башланғыстарына булышлыҡ итеү фонды үткәрҙе.
Проект Башҡортостан Башлығы грантына тормошҡа ашырылды.