Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Октября 2024, 08:00

Уттан һаҡ булығыҙ!

Беҙ бала саҡта ауылда һәр оло кеше балаларға туҡтауһыҙ: "Ут менән шаярмағыҙ!", "Уттан һаҡ булығыҙ", "Ысвит" менән уйнамағыҙ!" - тип таҡылдап торҙо. Шуға ла уттың ниндәй ҡурҡыныс эҙемтәләргә килтереүен, ғүмерҙәрҙе өҙөүен белеп үҫтек. Был турала һүҙ ҡуҙғатыуыбыҙ райондарҙағы фажиғәле хәлдәргә бәйле...

Уттан һаҡ булығыҙ!Уттан һаҡ булығыҙ!
Уттан һаҡ булығыҙ!

Бөгөн төндә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы янғын һүндереүселәре ирекле янғын һүндереү командаһы менән берлектә Тәтешле районының Иҫке Ҡәлмиәр ауылында янғын һүндергән. Утты һүндереү барышында һәләк булған ир табыла. Уға ни бары 39 йәш булған...

Кисә кис 112 Системаһының Саҡырыуҙарҙы эшкәртеү үҙәгенә Салауат районының Мөрсәлим ауылында йорт яныуы тураһында хәбәр килә. Янғын урынында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр хеҙмәткәрҙәре эшләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғын һүндереү барышында 1938 йылғы ҡатын-ҡыҙҙың кәүҙәһе табыла. Инцидент шарттарын өйрәнеү һәм бындай осраҡтарға юл ҡуймау буйынса артабанғы анализ үткәреү маҡсатында БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты инструкторҙары ваҡиға урынына юлланған. Янғын сәбәбе асыҡлана.

Кисә төндә Асҡын районы Дәүләт ауылында ла янғында 1964 йылғы ирҙең ғүмере өҙөлгән. Зинһар, уттан һаҡ булығыҙ, фажиғәләргә юл ҡуймағыҙ!

Иглин районында күп балалы ғаилә өйһөҙ ҡалған: https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2024-10-14/ld-re-i-n-3966493

Фото: https://web.telegram.org/a/#-1001799078240

Уттан һаҡ булығыҙ!
Уттан һаҡ булығыҙ!
Уттан һаҡ булығыҙ!
Уттан һаҡ булығыҙ!
Уттан һаҡ булығыҙ!
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас