Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Октября 2024, 05:30

Өҫтәл уйыны етештереүсе компания тауарын сит илдәргә һата башлаған

Башҡортостанда эшләүсе "Wood Kubik" бренды халыҡ-ара баҙарҙа танылыу аласаҡ. Предприятие етәкселеге БР Экспортҡа ярҙам итеү үҙәгендә вебинарҙарҙа ҡатнашҡан һәм тауарын сит илгә сығарыу мөмкинлегенә эйә булған.

Өҫтәл уйыны етештереүсе компания тауарын сит илдәргә һата башлағанӨҫтәл уйыны етештереүсе компания тауарын сит илдәргә һата башлаған
Өҫтәл уйыны етештереүсе компания тауарын сит илдәргә һата башлаған
Белеүегеҙсә, "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проекты буйынса төрлө ярҙам сараһы ҡаралған. Беҙҙең эшҡыуарҙар һәм етештереүселәр халыҡ-ара маркетплейста һатыу өсөн ярҙам ала. БР Экспортҡа ярҙам итеү үҙәге булышлығында йыл башынан 22 предприятие үҙенең 93 төр тауарын Alibaba, Etsy, Noon, Amazon, Lazada, Uzum, Topfranchise кеүек маркетплейстарҙа һатыу мөмкинлеген алған.
Ә "Wood Kubik" брендының проект авторы Ләйсән Шәрифуллина әйтеүенсә, уларҙың ғаилә оҫтаханаһы улын ҡыуандырыу маҡсатынан булдырылып, уникаль продукт эшләүгә тотонғандар. Ағас кубиктар балаларға бик оҡшаған. Хәҙер уларҙың продукцияһы Рәсәйҙә генә түгел, ә Amazon маркетплейсы аша АҠШ-та һәм Чилиҙа ла һатыласаҡ.
Фото: Министерство внешнеэкономических связей и конгрессной деятельности Республики Башкортостан.
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас