Өфө ҡалаһы хакимиәте Рәсәй Ҡораллы көстәрендә хеҙмәт итеү өсөн контракт төҙөүселәргә бер тапҡыр түләнә торған сумманы 400 мең һумға тиклем күтәрҙе.
Бығаса ул 300 мең һум ине. Баш ҡала мэры Ратмир Мәүлиев тейешле ҡарарға ҡул ҡуйған.
400 мең һум аҡса ағымдағы йылдың 15 октябренән һуң Өфө биләмәһендәге хәрби комиссариаттарҙа төҙөлгән килешеүгә ҡағыла.
Әйткәндәй, быйыл июлдә БР Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса төбәк түләүе 205 мең һумдан 505 мең һумғаса арттырылғайны.
Башҡортостанда контракт төҙөүселәргә дөйөм алғанда, бер тапҡыр 1 млн 305 мең һум аҡса түләнә.
Тулыраҡ мәғлүмәт 122, 8 800 550 5525 телефондары буйынса, шулай уҡ Башбат.рф сайтында.