Бөрө район-ара тәфтиш бүлеге Бөрө районында йәшәүсегә ҡарата РФ Енәйәт кодексының 109-сы статьяһының 1-се өлөшөндә ҡаралған енәйәтте (һаҡһыҙлыҡ арҡаһында үлемгә килтереү) ҡылыуҙа шикләнеү буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Тәфтиш версияһы буйынса, 2024 йылдың 11 октябрендә көндөҙ алты ир-ат рөхсәт һәм лицензия буйынса Оло Шаҙы ауылы эргәһендәге урманда мышыға һунар иткән. Һунарсыларҙың береһе, яҡын-тирәлә кешеләрҙең юҡлығын тикшермәйенсә, мылтығынан мышыға ата, ләкин яңылыш атаһының башына эләгә. Алынған яралар һөҙөмтәһендә ир урында уҡ вафат була. Әлеге ваҡытта тәфтишселәр ваҡиға урынын ҡарап сыҡҡан, ҡорал тартып алынған, суд экспертизаһы тәғәйенләнгән, ғәйепләнеүсе һәм шаһиттарҙан һорау алынған, ваҡиғаның бөтә шарттарын асыҡлауға йүнәлтелгән артабанғы тикшереү эштәре алып барыла.
Фото: https://vk.com/surbskr?from=search