Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Октябрь 2024, 16:12

Мунсаларҙы үтә ҡыҙыу яғалар ҙа ҡуялар

Октябрь башынан алып Башҡортостанда 61 мунса янған.

Мунсаларҙы үтә ҡыҙыу яғалар ҙа ҡуяларМунсаларҙы үтә ҡыҙыу яғалар ҙа ҡуялар
Мунсаларҙы үтә ҡыҙыу яғалар ҙа ҡуялар

Янғындарҙың төп сәбәбе - мейестәрҙе, электр ҡорамалдарын ҡороу һәм файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу. Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәмәү күңелһеҙ эҙемтәләргә килтерә.

Яғылған мейесте ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, артыҡ ҡыҙыу яҡмағыҙ. Бер үк ваҡытта бер нисә приборҙы розеткаға тыҡмағыҙ. Ятҡан ерҙә тәмәке тартмағыҙ, бигерәк тә иҫерек хәлдә.

Ғәҙәттән тыш хеҙмәттәрҙең телефон номеры - 112.

Фото: МЧС РБ.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас