Утты Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре һүндергән.
Бөгөн төндә Дәүләкән районының Иҫке Мерәҫ ауылында "Аида" комбайны янған. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәре һәм урындағы ирекле янғын һүндереү командаһы 10 квадрат метр майҙанда янғынды һүндергән. Зыян күреүселәр юҡ.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтишселәре янғындарҙы тикшерә.
Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы киләсәктә бындай осраҡтарҙы булдырмау өсөн ауыл хужалығы техникаһын файҙаланғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәүҙең мөһимлеген иҫкә төшөрә.
Фото: https://web.telegram.org/a/#-1001232339306