Һеҙ күрһәтелгән номерға шылтыратһағыҙ, берәйһе яуап бирә һәм һеҙҙе мөмкин тиклем оҙағыраҡ һөйләшергә мәжбүр итә. Ваҡыт үтеү менән, телефонды һалғас, түләүле номерға шылтыратыуығыҙ асыҡлана - аҡсағыҙҙы һыпыралар.
Дуҫығыҙҙан шикле һылтанмалар, номерҙар күрһәтелгән смс килһә, уның менән мессенджерҙар, социаль селтәрҙәр, туғандарығыҙ аша бәйләнешкә инегеҙ һәм уның үҙе икәнлегенә инанығыҙ. Таныш булмаған шикле номерҙарға шылтыратмағыҙ!
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.