Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Октябрь 2024, 06:59

Көнләшеү аңын томалаған

БР Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Дүртөйлө районында ир элекке һөйгәнен һәм уның менән бергә йәшәгән ирҙе үлтерергә маташҡаны өсөн суд алдына баҫасаҡ.

Көнләшеү аңын томалағанКөнләшеү аңын томалаған
Көнләшеү аңын томалаған

Дүртөйлө район-ара прокуратураһы урындағы кешегә ҡарата енәйәт эше буйынса ғәйепләү һығымтаһын раҫлаған. Ир ике кешене үлтерергә маташыуҙа ғәйепләнә.

Тәфтиш комитеты версияһы буйынса, 2024 йылдың июлендә ғәйепләнеүсе элек мөнәсәбәттәрҙә булған ҡатынға ҡарата көнсөллөк тойғоһонан уны һәм уның менән бергә йәшәгән ирҙе үлтерергә ҡарар итә. Ошо маҡсатта ир ҡатын йәшәгән Миәҙәк ауылына килә һәм урындағы халыҡтан парҙың ҡайҙалығын асыҡлай. Мунса өсөн миндек әҙерләп ҡайтҡан саҡтарында ғәйепләнеүсе ҡатындың ҡулына һәм күкрәгенә ата, шунан һуң ирҙе машинаһы менән бәрҙерә. Йәрәхәтләнгән ир ярҙам артынан ҡасҡан мәлдә ғәйепләнеүсе уға арттан атып, уның башына тейә һәм енәйәт урынынан тая. Ауыр яраланған ҡатын аяғына баҫып, үтеп барған автомобилде туҡтата. Водитель уны дауаханаға алып китә. Медицина ярҙамы ваҡытында күрһәтелгәнлектән, барыһы ла иҫән ҡала. Ғәйепләнеүсе енәйәт ҡылыуҙа ғәйепле булыуын таный. Әлеге ваҡытта енәйәт эше судҡа ҡарау өсөн ебәрелгән.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас