Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Октябрь 2024, 12:05

Хеҙмәт итергә теләүселәр "Төньяҡ Амурҙары"нда һайлап алына

Өфөлә тағы бер урында РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөү буйынса һайлап алыу пункты эшләй башланы.

Хеҙмәт итергә теләүселәр "Төньяҡ Амурҙары"нда һайлап алынаХеҙмәт итергә теләүселәр "Төньяҡ Амурҙары"нда һайлап алына
Хеҙмәт итергә теләүселәр "Төньяҡ Амурҙары"нда һайлап алына
Пункт "Черемушки" һауыҡтырыу шифаханаһы базаһында, Элеватор урамындағы 15-се йортта урынлашҡан. Ул "Төньяҡ Амурҙары" тип атала. Бында "бер тәҙрә"лә барыһын да хәл итергә мөмкин.
 
Әйткәндәй, быйыл июлдә БР Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса төбәк түләүе 205 мең һумдан 505 мең һумғаса арттырылғайны.
Башҡортостанда контракт төҙөүселәргә дөйөм алғанда, бер тапҡыр 1 млн 305 мең һум аҡса түләнә.
 
Тулыраҡ мәғлүмәт 122, 8 800 550 5525 телефондары буйынса, шулай уҡ  Башбат.рф сайтында.
 
 
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас