Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Октябрь 2024, 07:08

Ғәйепләнеүсене ҡулға алғандар

Өфөләге газ шартлау буйынса енәйәт эше асылған. Был ҡурҡыныс ваҡиға тураһында беҙ алдан хәбәр иткәйнек. Енәйәт эшенең төп фигуранты күршеһен үлтерергә маташҡан булған.

Ғәйепләнеүсене ҡулға алғандарҒәйепләнеүсене ҡулға алғандар
Ғәйепләнеүсене ҡулға алғандар

Тәфтиш версияһы буйынса, 2024 йылдың 13 октябрендә иртән ғәйепләнеүсе, күршеһенә ҡарата шәхси нәфрәт тойоп, уны үлтерергә ҡарар итә. Ошо маҡсатта фигурант, Ладыгин урамындағы биш ҡатлы күп фатирлы йорттоң икенсе ҡатында урынлашҡан фатирында, коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләмәүе сәбәпле газ хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре тарафынан ҡуйылған газ торбаһы тығынын емерә, шуның менән үҙ фатирына газ килеүен тәьмин итә. Бер аҙҙан фатиры газ-һауа ҡатнашмаһы менән тулып, шартлау яңғырай. Һөҙөмтәлә йортта булған ҡатын һәм ғәйепләнеүсе үҙе зыян күрә. Медицина ярҙамы күрһәтелгәндән һуң икеһе лә амбулатор дауалауға ебәрелә.

Шартлауҙан бер нисә фатирға һәм дөйөм йорт мөлкәтенә ҙур зыян килтерелә. Әлеге ваҡытта фатирҙарҙы һәм йорт конструкцияларын ҡарау дауам итә, һөҙөмтәләре буйынса суд экспертизалары комплексы тәғәйенләнә, шаһиттарҙан һорау алына. Ғәйепләнеүсе ҡулға алынып, уның менән тикшереү эштәре алып барыла.

Фото һәм видео: https://vk.com/surbskr?from=search

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас