Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Октябрь 2024, 11:30

Бер кем дә ситтә ҡалмай

Белорет районы Тимер юлы ауылы халҡы "Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ" акцияһында әүҙем ҡатнаша. 

Бер кем дә ситтә ҡалмайБер кем дә ситтә ҡалмай
Бер кем дә ситтә ҡалмай

Октябрь башында урындағы "Тирәккәй" балалар баҡсаһы коллективы, ауыл биләмәһе депутаты Антон Козлов "Вера" социаль яҡлау хәйриә фонды, урындағы "Ағинәйҙәр" берләшмәһе менән берлектә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарыбыҙға гуманитар йөк әҙерләп оҙатҡан.

"Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ" акцияһы барышында балалар баҡсаһының хеҙмәткәрҙәре һәм бөтә төркөмдәрҙең ата-әсәләре шәхси гигиена сараларын, медикаменттар, көрәк, плащтар, йылы әйберҙәр тапшырған. "Вера" социаль яҡлау хәйриә фонды маскировка селтәрҙәре әҙерләгән, "Ағинәйҙәр" йәмғиәте йылы ойоҡбаш, бирсәткәләр бәйләгән. Балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре һүрәттәр төшөргән, ата-әсәләр менән бергә яугирҙарыбыҙға йылы һәм ихлас теләктәшлек белдереүсе хаттар яҙған.

Хеҙмәткәрҙәргә һәм тәрбиәләнеүселәрҙең ата-әсәләре: Н. Чиглинцева, А.Севостьянова, З.Суфиярова, А.Фәттәхова, А.Арыҫланова, В.Чуканова, К.Фәсхетдинова, А.Абдрахимова, Е.Юрочкина, М.Дәүләтшина, Р.Елсукова, Э.Бирғәлина, О.Герасимова, Л.Александрова, Ю.Ғәлина, Р.Ғәскәрова, И.Юрочкина, В.Рәхимоваға, шулай уҡ Тимер юлы ауылы халҡына был акцияла әүҙем ҡатнашҡандары өсөн ҙур рәхмәт! Вайымһыҙ булмауығыҙ, әүҙем йәшәү рәүешегеҙ, хеҙмәттәшлек итеүегеҙ өсөн рәхмәт!

Фото: https://vk.com/public155386017

 

Бер кем дә ситтә ҡалмай
Бер кем дә ситтә ҡалмай
Бер кем дә ситтә ҡалмай
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас