Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Октября 2024, 18:03

"Аватарҙар менән уйнау"...

Был хәйлә Мәләүездә йәшәгән пенсионерҙы аптырашта ҡалдырған һәм мутлашыусыларға 975 мең һум аҡса урларға мөмкинлек биргән.

"Аватарҙар менән уйнау"..."Аватарҙар менән уйнау"...
"Аватарҙар менән уйнау"...

Ҡатынға ватсап аша ир кеше шылтырата, ул үҙен элемтә компанияһы хеҙмәткәре тип таныштыра, шул уҡ ваҡытта уның аватарында мобиль элемтә операторының рәсми логотибы күренә. Элемтә хеҙмәттәре өсөн льготалы тарифты оҙайтыр өсөн ҡатын таныш булмаған кешегә смс-хәбәрҙәр аша килгән кодтарҙы әйтә, ғәмәлдә "Дәүләт хеҙмәттәре" порталындағы үҙенең шәхси кабинетына инеү мөмкинлеген бирә. Шул мәлдә таныш булмаған кешенең аватарында: "Һеҙҙең менән мутлашыусылар һөйләшә", - тигән ҡурҡыныс яҙыу барлыҡҡа килә һәм һөйләшеү өҙөлә.

Бер аҙҙан ҡатынға ялған хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм Үҙәк банк хеҙмәткәрҙәре шылтырата, улар, мутлыҡ янауы арҡаһында автоматлаштырылған хәүефһеҙлек системаһы эшләй башланы, тип хәбәр итә, йәнәһе лә, шул сәбәпле муттар менән һөйләшеү өҙөлгән. Аҡсаларын һаҡлап ҡалыу һылтауы менән улар ҡатынды бөтә аҡсаһын "хәүефһеҙ иҫәпкә" күсерергә күндерә.

Таныш булмаған кешеләр менән һөйләшкәндә смартфонығыҙ экранына ышанмағыҙ! Уяу булығыҙ!

Фото: https://web.telegram.org/a/#-1002084555566

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас