Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Октябрь 2024, 13:02

Ялға ҡайтҡанда бүләкләнгән

Күгәрсен районынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы "Азэ" позывнойлы яугирыбыҙ тураһында яҙғайныҡ инде. Ул бер-бер артлы ике миҙалға лайыҡ булған. Ошо көндәрҙә батыр егет ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан. Уны райондағы тантаналы йыйылышта, Республика көнөнә арналған байрамда тағы ла бүләкләгәндәр.

Ялға ҡайтҡанда бүләкләнгәнЯлға ҡайтҡанда бүләкләнгән
Ялға ҡайтҡанда бүләкләнгән

Күгәрсен районы үҙәгендә үткән "Сәскә ат, Республикам!" байрам концертында "Азэ"ға район хакимиәтенең Рәхмәт хаты тапшырылды.

"Азэ" Күгәрсен районының Бикес ауылынан. Былтыр контракт төҙөп, яуға киткән һәм алғы һыҙыҡта ҡаһарманлыҡ күрһәткәне өсөн тәүҙә - "За спасение погибавших", саҡ ҡына һуңғараҡ "Батырлыҡ өсөн" миҙалдарына лайыҡ булған. 

Яугир егет - ишле ғаиләнән. Уның әсәһе - "Әсәлек даны" миҙалы кавалеры. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялында "Азэ" яҡындары менән буласаҡ, өйҙә атаһына ярҙам итәсәк. 

Уңыштар һиңә!

Фото: Күгәрсен районы хакимиәтенән.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас