Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Октября 2024, 14:30

Был ҡатындың хатаһын ҡабатлай күрмәгеҙ!

Глазов ҡалаһында йәшәүсе ҡатынға бер ай дауамында банк, Берҙәм дәүләт хеҙмәттәре порталы һәм хоҡуҡ һаҡлау ведомстволары хеҙмәткәрҙәре исеменән билдәһеҙ кешеләр шылтырата. Психологик манипуляциялар ярҙамында енәйәтселәр ҡатындың ышанысын яулай һәм ҡурҡыныс ғәмәлдәргә этәрә.

Был ҡатындың хатаһын ҡабатлай күрмәгеҙ!Был ҡатындың хатаһын ҡабатлай күрмәгеҙ!
Был ҡатындың хатаһын ҡабатлай күрмәгеҙ!

Муттар уны йортон һатырға, биҙәүестәрен залогҡа бирергә, бер нисә кредит алырға һәм алынған аҡсаны улар күрһәткән иҫәпкә күсерергә мәжбүр итә. Дөйөм зыян 1,3 миллион һум тәшкил итә.

Артабан мутлашыусылар, һиңә һәм балаларыңа хәүеф янай, тип ышандыра. Уларҙың күрһәтмәһе буйынса ҡатын улы һәм ҡыҙы менән бергә автомобилдә Ижевск ҡалаһына юллана, сим-картаһын алмаштыра, үҙҙәренең урланыуы тураһында фото төшөрөп, иренә ебәрә. Бынан һуң аферистар иргә шылтырата һәм яҡындарын ҡотҡарыу өсөн 2 миллион һум күләмендә аҡса талап итә.

Бер үк мәлдә енәйәтселәр ҡатынды, Ижевскиҙа булыу хәүефле, тип алдап, уны Татарстан Республикаһының Агрыз ҡалаһына китергә ҡушалар.

- Унда уларҙы Удмурт Республикаһының хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре эҙләүҙең икенсе көнөндә таба, - тип хәбәр итә Ирина Волк үҙенең телеграм-каналында. - Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 159-сы статьяһының 4-се өлөшөндә ҡаралған енәйәт билдәләре буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Хөрмәтле граждандар! Телефон аша шылтыратыусы яттарға ышанмағыҙ, үҙегеҙҙе ҡурҡытырға һәм манипуляцияларға юл ҡуймағыҙ! Аҡсағыҙ йәки мөлкәтегеҙ менән ниндәй ҙә булһа эш башлар алдынан, ышаныслы туғандарығыҙ, дуҫтарығыҙ йәки таныштарығыҙ менән кәңәшләшегеҙ.

Фото һәм видео: https://web.telegram.org/a/#-1002007734082

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас