Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Октябрь 2024, 04:40

6 миллиондан ашыу кеше "Госуслуги.Дом" ҡушымтаһын ҡуллана

ГИС ЖКХ нигеҙендә эшләгән ҡушымта фатир хужаларына йорт менән мобиль ҡоролманан идара итергә ярҙам итә.

6 миллиондан ашыу кеше "Госуслуги.Дом" ҡушымтаһын ҡуллана6 миллиондан ашыу кеше "Госуслуги.Дом" ҡушымтаһын ҡуллана
6 миллиондан ашыу кеше "Госуслуги.Дом" ҡушымтаһын ҡуллана

Уның аша иҫәпләгес күрһәтмәләрен тапшырырға, ЖКХ өсөн СБП аша комиссияһыҙ түләргә, ғаризалар, йыйылыштарҙа тауыш бирергә, капиталь ремонт пландарҙы өйрәнергә, идара итеүсе ойошманың отчеттарын контролдә тоторға була.

Ҡушымтаны ҡулланыусылар һаны илдә 6 миллион кешенән артҡан, Башҡортостанда - 170 мең кеше.

– Ҡушымтала айырым теркәлеү талап ителмәй, инеү "Дәүләт хеҙмәттәре"ндә раҫланған иҫәп яҙмаһы аша башҡарыла. Күсемһеҙ милек, иҫәп приборҙары һәм иҫәп – хисап тураһында мәғлүмәттәр автоматик рәүештә киләсәк, - тип билдәләне БР-ҙың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова.

"Госуслуги.Дом" даими яңыртыла. Сентябрҙә идара итеүсе ойошмаға күршеләре менән берлектә мөрәжәғәттәр ебәрергә мөмкинлек биргән коллектив ғариза функцияһы өҫтәлде.

 

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас