Тәфтиш мәғлүмәттәре буйынса, рецидивист магазинда һатыусылар тауарҙар урынлаштырыу һәм клиенттарҙы хеҙмәтләндереү менән мәшғүл булған саҡта фен урлаған. Һуңынан ул күрше магазиндан 7 мең һумлыҡ парфюмерия, дезодорант һәм башҡа тауарҙар урлай. Оргтехника магазинында ул ноутбукты урлап, енәйәт урынынан ҡаса. Ул урланғандың бер өлөшөн һата, аҡсаһын наркотиктарға тотона. Ҡалғанын һатырға маташҡанда ул тотола. Полиция уның ҡатнашлығы булыуы ихтимал булған тағы ла ике техника магазинынан урлашыуын асыҡлай. Урлашыуҙар буйынса Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 158-се статьяһының 1-се өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, тикшереү үткәрелә. Был турала Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Фото: https://vk.com/mvdporespublikebashkortostan