Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Октябрь 2024, 06:03

Нефтекамала - яңы ял урыны

Башҡортостандың һәр төбәгендә халыҡ өсөн матур һәм уңайлы ял урындары барлыҡҡа килә. Хәҙер нефтекамалар "Ҡурайҙың ете тажы" биләмәһендә ваҡыт үткәрә.

Нефтекамала - яңы ял урыныНефтекамала - яңы ял урыны
Нефтекамала - яңы ял урыны
Юбилей проспекты буйлап барһағыҙ, мотлаҡ ошо матур урынды табасаҡһығыҙ. Ул «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проекты буйынса эшләнгән. Был проект - «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының бер йүнәлеше.
Нефтекама халҡы тап ошо урында ял биләмәһе булдырырға ҡарар иткән, былтыр тауыш биреү юлы менән һайлаған.
"Ҡурайҙың ете тажы" майҙаны ете тематик зонаға бүленгән. Бында "Йәшел Башҡортостан" экология акцияһына ярашлы яңы аллея ла барлыҡҡа килгән.
 

Фото:Министерство жилищно-коммунального хозяйства Республики Башкортостан.

Нефтекамала - яңы ял урыны
Нефтекамала - яңы ял урыны
Нефтекамала - яңы ял урыны
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас