Рәсәй Эске эштәр идаралығының Белорет районы буйынса тәфтиш бүлеге Тирлән ауылында йәшәүсе 45 йәшлек иргә ҡарата енәйәт эшен тикшереүҙе тамамланы, ул балта тотоп, элекке ҡатынына һәм ҡыҙына һөжүм иткән.
Июлдә Белорет полиция бүлегенә иҫерек атаһының янауы тураһында ҡыҙы хәбәр итә. Полиция хеҙмәткәрҙәре ғәйепләнеүсенең элекке ҡатыны һәм 22 йәшлек ҡыҙы менән ауылда йәшәүен асыҡлай. Кис ғаилә башлығы эштән иҫерек ҡайтып, өйҙәгеләрҙе туҡмай башлай. Унан ҡурҡып, ҡатыны менән ҡыҙы урамға сығып йүгерә, әммә кейемдәре артынан кире өйгә инә. Шул мәлдә ир балта тотоп, үлтереү менән янай, уларҙы баҫтыра. Үлтереү менән янау буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла. Ғәйепләнеүсе ғәйепле булыуын таный, әммә үлтереү ниәте булмауын аңлатып, күрһәтмәләр биреүҙән баш тарта. Китмәү тураһында яҙыу рәүешендә һаҡланыу сараһы һайлана. Тикшереү тамамланған, материалдар судҡа тапшырылған, тип яҙа Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлексәһе тәүтикшереүсеһе Ксения Самохина.
Фото: https://vk.com/mvdporespublikebashkortostan