Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Октября 2024, 08:41

"Ярҙам платформаһы" эш башлаясаҡ

Ауыр тормош хәлендә ҡалған кешеләргә ярҙам итеү өсөн Башҡортостанда Стратегик башланғыстар агентлығының яңы проекты - «Ярҙам платформаһы» цифрлы навигаторы эшләй башлай.

"Ярҙам платформаһы" эш башлаясаҡ"Ярҙам платформаһы" эш башлаясаҡ
"Ярҙам платформаһы" эш башлаясаҡ

Был хаҡта үҙенең ТГ-каналында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров һөйләне. Бөгөн улар Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшева менән кәңәшмә үткәрҙе, унда платформаны республикаға индереүҙе тикшерҙеләр.

Платформаның беренсе версияһында интерфейс 8 йүнәлеш буйынса маршрутлаштырыуҙы тәҡдим итә:

буллинг,
онкология,
яҡындарын юғалтыу,
пенсияға сығыу,
ғаиләлә көс ҡулланыу,
тыныс тормошҡа ҡайтыу,
бала табыу һәм планлаштырыу,
үҙенсәлекле бала тыуыуы.

Платформа ярҙамында һәр кем тормош хәле буйынса тулы аҙым-аҙым эш итеү алгоритмын ала, бөтә кәрәкле хеҙмәттәрҙе бер нисә минут эсендә заказ итеү мөмкинлеге бар.

Платформа бөтә социаль хеҙмәттәр күрһәтеүселәрҙе, шул иҫәптән НКО-ларҙы берләштерә. Был уникаль цифрлы сервис, Рәсәйҙә ул тәүге тапҡыр эшләй башлай. Башҡортостан саҡырыуҙы ҡабул итә һәм «Ярҙам Платформаһын»индереү буйынса пилот төбәге булырға әҙер.

- Беҙҙең республика стратегик башланғыстар Агентлығы программаларында беренсе йыл ғына әүҙем ҡатнашмай. Беҙ уңайлы инвестиция мөхитен булдырыу, социаль өлкәне, туризмды үҫтереү буйынса проекттарҙа әүҙем ҡатнашабыҙ. Һаулыҡ һаҡлау, социаль яҡлау, хеҙмәт баҙары һәм халыҡ мәшғүллегенә ярҙам итеү йәһәтенән 5 тормош хәленә яңы моделдәр уңышлы индерелә. Өс йыл эсендә БР Стратегик башланғыстар агентлығы әҙерләгән йәшәү сифаты рейтингында 28 позицияға – 40-тан 12-сегә күтәрелде һәм илдең иң яҡшы 20 төбәге индек.

Һәм иң мөһиме – республика халҡы был үҙгәрештәрҙе баһаланы. Дәүләт сервистары улар өсөн арзаныраҡ, уңайлыраҡ һәм оперативлыраҡ була. Ярҙам платформалары Башҡортостанда йәшәүселәрҙең тормошон яҡшыртасаҡ тағы бер файҙалы ресурс булыр, тип ышанам, тип яҙҙы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас