Сараны асып, БР премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров Рәсәйҙең тышҡы сәйәсәтенең төп бурыстарының береһе-күп полярлы донъяны нығытыу булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шулай уҡ Ул Башҡортостандың халыҡ – ара интеграция форматтарын-Евразия иҡтисади союзын, Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһын һәм БРИКС-ты тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашыуын билдәләне. Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының МГИМО профессоры Георгий мурадов, Рәсәй дәүләт социаль университеты ректоры Андрей Хазин да халыҡ-ара хәл, үҙгәреүсән донъя темаһына үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты. ТАСС мәғлүмәт агентлығының стратегия буйынса директоры Сергей Кузовников «сәләмәт» мәғлүмәт көн тәртибе принциптары тураһында һөйләне, «Дәүләт мәғлүмәт сәйәсәте йәмәғәт үҫешенең маҡсаттарын аныҡ билдәләргә һәм мәғлүмәт хәүефһеҙлеген тәьмин итергә тейеш»тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Төҙөлөш комплексының үҫеше һәм маҡсаттары тураһында НОСТРОЙ вице-президенты Антон Мороз һөйләне. УУНиТ ректоры Вадим Захаров фән өлкәһендә кадрҙар сәйәсәте, сит ил партнерҙары һәм башҡалар менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек тураһында доклад менән сығыш яһаны
Фото: кадрофорум.рф.