Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Октября 2024, 05:30

Янғындар аяуһыҙ...

Ҡатынға ни бары 58 йәш булған...

Янғындар аяуһыҙ...Янғындар аяуһыҙ...
Янғындар аяуһыҙ...

Бөгөн төндә Краснокама районы Ҡарый ауылында йорт янған. 

Йортто һәм веранданы һүндереүгә 11 янғын һүндереүсе һәм 3 берәмек техника йәлеп ителә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғын һүндереү барышында 58 йәшлек ҡатындың кәүҙәһе табыла.

Фажиғәнең сәбәптәре һәм шарттары асыҡлана. Урында оператив-тикшереү төркөмө һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтишсеһе эшләй.

Ҡәҙерле дуҫтар!

Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәгеҙ!

Иҫке электр сымдарын, розеткаларҙы алмаштырығыҙ.

Боҙоҡ оҙонайтҡыстарҙы, йылытҡыстарҙы тотонмағыҙ.

Төнгөлөккә телефондарҙы зарядканан һүндерегеҙ.

Фото: МЧС РБ.

Янғындар аяуһыҙ...
Янғындар аяуһыҙ...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас