Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Октябрь 2024, 10:30

"Бындай хәл беҙҙең менән булыр, тип ғүмерҙә лә уйламаным..."

Янғындар тураһында зыян күреүселәрҙең һөйләгәндәренән фәһем алһағыҙ ине, дуҫтар. Уларҙың хатаһын ҡабатламаҫ өсөн.

"Бындай хәл беҙҙең менән булыр, тип ғүмерҙә лә уйламаным...""Бындай хәл беҙҙең менән булыр, тип ғүмерҙә лә уйламаным..."
"Бындай хәл беҙҙең менән булыр, тип ғүмерҙә лә уйламаным..."

"Яңыраҡ беҙ өйһөҙ ҡалдыҡ. Сәбәбе - боҙоҡ розетка. Шул розеткаға һыуҙың насосын ҡуйып, үҙем өй артында үләнде сабып йөрөгәйнем, төтөндө лә, утты ла бик һуң күрҙем. Бындай хәл беҙҙең менән булыр, тип ғүмерҙә лә уйламаным..." 

"Өҫкө ҡатта йәшәгән күршеләрҙең береһе тәҙрә аша һүндерелмәгән тәмәке төпсөгөн аҫҡа ырғытып, ул беҙҙең балконға килеп төштөҺөҙөмтәлә беҙҙекенән башҡа тағы ла бер балкон янды..."

"Беҙ Яңы йылды ҡаршыларға ауылға туғандарға барҙыҡ. Куранттарҙан һуң туғандарҙың күршеләре йорт янында салют атты. Салюттың бер осҡоно сарлаҡҡа эләгеп (ә унда иҫке-моҫҡо әйберҙәр ятҡан булған), ут сыҡты, йорттар янды. Байрам фажиғәгә әйләнде..."

"Оло йәштәге күрше ҡатын телефонын зарядкаға ҡуйған да онотҡан. Телефондан сыҡҡан ут арҡаһында бүлмәһе янды. Хәҙер мин үҙемдең айфонымды, хатта оригиналь зарядкаһы менән дә, күҙҙән ысҡындырмаҫҡа тырышам. Әгәр душҡа барһам, зарядканан алам. Бәләһенән баш-аяҡ".

"Мин майҙа чебуректар бешерәм инем. Бер мәл табала ҡапыл ут янып китте. Мин шок хәлендә табаға һыу һирптем. Һәм ут "гөлт" итеп ҡалды, түшәмгә тиклем! Ярай ҙа бәхетемдән табала ут һүнде. Ҡорғандағы утты үҙ аллы һүндерә алдым. Бер ҡасан да ҡайнар майҙы һыу менән һүндермәгеҙ!"

Фото: МЧС РБ.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас