Ҡултыҡ аҫтына класс журналын ҡыҫтырып, ҡулдан һибелеп төшөп барған бер ҡосаҡ китап-дәфтәрҙәрҙе лә, ҡул аҫтына инергә маташҡан иркә ҡыҙсыҡтарҙы ла, яңылыш аяҡ аҫтына эләгә яҙған шуҡ малаҡайҙарҙы ла ҡосаҡлап, күңеле менән йөрәккә ҡыҫып өлгөрөп, ҡырҡ яҡтан яңғыраған ҡырҡ һорауға яуабын бирә-бирә уҡыу кабинетына ашыҡҡан, белгәнен дә, белмәгәнен дә өйрәтеп, аңлатып, төшөндөрөп ҡалырға атлыҡҡан уҡытыусылар - "һинуҡытыусыбит" ҡалыптарынан сыға алмаһа ла, төрлө яҡтан ҡыҫымдарға эләгеп тә, аяҡ-ҡулдары тышауланған хәлдә лә, бер нимәгә ҡарамаҫтан, үҫеп килеүсе быуындың аң, күңел баҫыуына мәңгелек ҡиммәттәрҙе сәсеүҙән туҡтамаған аҫыл заттар.
Йомшаҡ мөғәмәләһе менән алдыра алмағанда, командир тауышы менән һәр кемде бер таҡтаға баҫтырып, парта артына ултыртып, указкаһы менән һелтәй-һелтәй, аҡбур менән шаҡ та шоҡ яҙа-яҙа "әлеп"те "бей", "тей"ҙән айырырға өйрәткән, мәңге бөтмәҫ эшен өйөнә һөйрәтеп алып ҡайтып, үҙ хәләлен дә, балаларын да мәктәп эшенә ылыҡтырған уҡытыусы төндә лә уҡытыусы булыуҙан туҡтамағанын үҙҙәре белә: уларҙың төшөндә лә әлеге лә баяғы мәктәп, уҡыусылар, план, педсовет, таҡта, глобус, көндәлек, өйгә эш, артҡы партанан хулиган, алғы партанан "ходячая энциклопедия-зазнайка", теорема, Филиппок, ҡылым, "Бер тигәс тә ни яман?", ҡыңғырау, тәнәфес, оҙон тәнәфес, "ҡыҙҙар, егеттәр, сәй эсеп алғанда бы..."
Ә бөгөн байрам! Теләһә нимә эшләргә мөмкин уларға! Теләһәләр таң менән мәктәпкә бара алалар, теләмәһәләр ҙә барыбер баралар (завуч теҙмәне нисек яҙа инде)! Ҡутарып дәфтәр тикшерә алалар, тикшермәһәләр ҙә бөгөн бара (тик һуңынан барыбер тикшереп ҡуйырға кәрәк буласаҡ - уныһы гелән иҫтә, сөнки иҫле уҡыусылар оноттортмай)! Һыу буйындай оҙо-он итеп план яҙһа - яҙа, яҙмаһа - юҡ (һуң бөгөн байрам даһа, былтырғыны күсергәндә лә шөкөр!) Их, рәхәтләнеп кенә байрам итә торған көнөгөҙ бит, ҡәҙерлеләр! Байрамда ла байрам итеп ҡалмағас ни ул!????????????????
Һау-сәләмәт булығыҙ әле, уҡытыусылар! Рух ныҡлығы һеҙҙе һис ҡасан ташламаһын! Сабырлыҡтар шартлап һынмаһын! Ҡыуаныс-һөйөнөстәрегеҙ күп булһын! Өҫтәгеләр миҙал өҫтөнә миҙал таҡһындар һеҙгә, аҡса өҫтөнә аҡса өҫтәһендәр, тик артыҡ ҡаңғыртмаһындар. Сөнки һеҙ үҙ эшегеҙҙе, бурыстарығыҙҙы, маҡсаттарығыҙҙы былай ҙа яҡшы беләһегеҙ, өйрәтеүселәр кәрәкмәй.
Һөйөү һәм ихтирам менән Айлыбаныу!
Фото: автор.