Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Октября 2024, 12:00

Төндә ҡурҡыныс авария булған...

Үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы бөгөн төндә Тәтешле районында, Борай-Иҫке Балтас-Куеда автомобиль юлының 60-сы километрында, теркәлгән.

Төндә ҡурҡыныс авария булған...Төндә ҡурҡыныс авария булған...
Төндә ҡурҡыныс авария булған...

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 57 йәшлек водитель "Лада Калина" автомобилендә юлдың ҡаршы хәрәкәт һыҙатына сығып, 36 йәшлек водитель идара иткән "Ситрак" йөк машинаһы менән бәрелешә. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә ватан автомобиле водителе урында вафат була. Юл-транспорт ваҡиғаһының нескәлектәре аныҡлана, тип хәбәр итә БР Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте.

Фото: БР ДАИ.

 

Төндә ҡурҡыныс авария булған...
Төндә ҡурҡыныс авария булған...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас