Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Октябрь 2024, 06:21

Ҡотлауҙар дауам итә!

Уҡытыусыларҙы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров ҡотлай.

Ҡотлауҙар дауам итә!Ҡотлауҙар дауам итә!
Ҡотлауҙар дауам итә!

- Бөгөн иң мөһим байрамдарҙың береһе - Уҡытыусылар көнө, сөнки был һөнәр вәкилдәре һәр беребеҙҙең тормошона баһалап бөткөһөҙ өлөш индерә, - тип яҙа Андрей Назаров. - Антон Павлович Чехов "уҡытыусы үҙ эшенә ғашиҡ артист, рәссам булырға тейеш" тип яҙа. Минең беренсе уҡытыусым Анна Ильинична Ведерникова ла шундай булды. Мин уға барыһы өсөн дә сикһеҙ рәхмәтлемен.

Үҫеп килгән быуынды уҡытыу һәм тәрбиәләү, донъяға ҡарашын формалаштырыу - мөһим һәм изге миссия. Балаларҙың башына нимә ингәненә уларҙың, тимәк, бөтә илдең киләсәге бәйле. Радий Хәбиров һәм республикабыҙ хөкүмәте быны яҡшы аңлай. Шуға күрә ҡалаларға һәм райондарға барғанда белем биреү учреждениеларына барырға тырышабыҙ. Беҙгә был өлкәлә муниципалитеттарҙың эше нисек төҙөлгәнен белеү бик мөһим. Былтыр Башҡортостанда уны үҫтереүгә 100 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Был күрһәткес 2022 йылғы финанслау менән сағыштырғанда 10 проценттан ашыуға артҡан. Беҙ йәлеп ителгән федераль аҡса күләме буйынса Рәсәйҙә өсөнсө урында торабыҙ һәм мәктәп биналарын ремонтлау буйынса икенсе урында торабыҙ. Урта белем биреү системаһын бындай күләмле һәм комплекслы реновациялау республикала тарихта беренсе тапҡыр үткәрелә. Хәҙер уҡытыусылар уңайлы шарттарҙа эшләйәсәк, һәм уҡыусылар дәрестәргә ремонтланған кабинеттарҙа уҡырға шат буласаҡ. Беҙҙең эштең тағы бер йүнәлеше - ауыл мәктәптәренә йәш белгестәрҙе йәлеп итеү. Бының өсөн илдә уникаль булған тәжрибәләрҙе тормошҡа ашырабыҙ. Мәҫәлән, 2019 йылдан республика хөкүмәтенән 690 мең һум күләмендә гранттар түләйбеҙ. Уҙған йылда 150 йәш ауыл уҡытыусыһы бүләкләнә. Башҡортостанда дүртенсе йыл инде "Ауыл уҡытыусыһы" федераль программаһы эшләй. Уның ярҙамында ауыл мәктәптәренә эшкә килгән 150 белгес һәр береһе 1 миллион һум күләмендә ярҙам ала алды. Ҡәҙерле уҡытыусыларыбыҙ! Һеҙҙең изге хеҙмәтегеҙ өсөн түбәнһетеп баш эйәм! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, уңыштар һәм, әлбиттә, рәхмәтле уҡыусылар теләйем. Байрам менән!

Фото: https://vk.com/agnazarov

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас