Апайымды юҡһынып та, ҡыҙығып та, мәктәпкә тәүге тапҡыр барған көндө Зилә апай: "Ҙурайғас, килерһең, йәме, әле ҡамасаулама", - тип йомшаҡ ҡына әйтеп, мине, тиҙҙән биш йәше туласаҡ дүрт йәшлек ҡарасманды, апайыма етәкләтеп кире ҡайтарып ебәрҙе. Ул саҡта беренсе класта уҡыған алты ғына йәшлек апайым, башҡа килеп йөрөмә, тип тыҡып-тыҡып, мине өйгә индереп, өләсәйгә тапшырҙы: "Апай ирешә, балағыҙҙы ҡарағыҙ!"
Апайыма, ярай-ярай, тиһәм дә, өләсәй мине ҡарауыллаһа ла, күңелем шунда тартылып тик тора бит... Һәм мин, өләсәйҙән ҡапҡа аҫтынан шыуышып ҡасып (келәһенә әле бер нисек тә буйым етмәгәс, "кәрәк саҡта" эт юлынан йөрөйөм), тағы барҙым. Әбейҙәр сыуағы ине. Мәктәп ихатаһында көрәнәйгән бәпкә үләненең орлоҡтарын сүпләгән күгәрсендәрҙе баҫтырып йөрөп, осороп ҡыуып, шаҡтай уйнап алдым. Аҙаҡ иғтибарымды һил, тын һауала үтә күренмәле булып осҡан үрмәксе ауҙары биләне. Шуларҙы тоторға маташтым, әммә береһен дә тотоп булманы. Ап-аҡ итеп ағартылған бәҙрәф янында сүкәйеп ултырып, тыңлауһыҙ ҡыҙыл бөжәктәрҙе ("солдатиктарҙы") теҙергә байтаҡ мәшәҡәтләндем.
Шунан, уйнап арығас, мәктәптең ҡуйы көрән төҫтәге ишегенең уңайлы ғына тимер тотҡаһынан тотоп, тегеләй-былай ишекте шығырлатып ҡараным. Тик был тиҙ туйҙырҙы. Тағы ла ни эшләргә белмәй, апайым эргәһенә йүнәлдем.
Рөхсәт тә һорап тормайынса, дәрес мәлендә мин тағы килеп ингәс, Иркә апайымдың оялыштан ҡып-ҡыҙыл булғанын күрҙем дә, ҡапыл кире сығып киттем. Тышҡа сыҡҡас та, тәҙрәгә ҡапландым. Уҡыусылар, әлбиттә, шунда уҡ мине күреп, төртөп күрһәтеп, көлөргә тотондо. Танауым йәлпәйеп, ике усым менән ике яҡтан күҙ тирәһен ҡаплап, күҙемде асалаҡ-йомалаҡ итеп, ҡыҙыҡ ҡиәфәттә торғанымдыр инде,
Зилә апай көлөмһөрәп, был баланан анһат ҡына ҡотолоп булмаҫ, тип уйлап, ахыры, мине, ҡулы менән ымлап, эскә саҡырҙы. Ике әйткәнде көтмәй, өлгөрә алмай ҡабаланып барып ингәйнем, ул мине иң ситке парта артына ултыртты, иҫке генә, таушалып бөткән "Әлифба" тотторҙо: "Шым ғына ултырып тор, йәме!" Мин төптө аңһыҙ бала түгелмен, ярай, тип баш ҡаҡтым. Тегеләй-былай ҡарандым: бәләкәй генә таҡта, елле генә йомро аҡбур, һыулы сепрәк, өсмөйөш линейка, ҙур плакаттар, ишек янында мөйөштә тимер биҙрә, эсендә яртылаш һыу - миңә бөтә нәмә һәләк оҡшай! Бигерәк тә, асылмалы парта. Алғы яғын ошолай күтәрһәң - еп-еңел, ап-анһат өҫкә күтәрелә лә, тороп баҫырға була, ултырған ыңғайы уны төшөрһәң, үҙеңде япҡан кеүекһең - иҫ киткес шәп! Өҫкө яғы бейегерәк. Иң оста оҙонса уйымы бар. Партаның ҡапҡасын ҡат-ҡат асып тороп баҫып, кире ябып ултырып күңелем булғас, тирә-яҡҡа күҙ һалдым - бөтәһенең дә алдында китап, дәфтәр, ҡәләмдәр. Ҡәләмдәре шул уйымда ята. Тороп апайымдың бер ҡәләмен барып алдым. Берәү әҙ күренгәс, тағы береһен һәрмәп, урыныма барып ултырҙым да, партаның уйымына ҡәләмдәрҙе матурлап һалғас, ҡәнәғәтлек менән бөтәһенә лә ихлас ҡараным. Ә улар шарҡылдап көлә... Үҙ яйыма уйнап, класс буйлап тегеләй-былай йөрөп ятыуымдан оялған Иркә апайым ғына бурҙаттай ҡыҙарып, илай яҙып ултыра...
Зилә апай йылмайыуын йәшерергә тырышып, т-шш, балалар, шаулашмағыҙ, тип матур ғына указкаһы менән уҡыусыларға янап, эргәмә килде: "Мәктәпкә һорауһыҙ килергә ярамай. Башҡа килмә, йәме!" Башымды һелктем. Партаның ҡапҡасын асып, ике ҡәләмде бер ҡулға тотоп, "Әлифба"ны икенсе ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып, сығыуға йүнәлдем. Зилә апай миңә ишек асып, сығарып ебәрҙе...
Һуңынан ул мине өс йыл уҡытты. "Палочка-выручалочка" тип кенә өндәште миңә, гел йылмайып ҡына ҡараны. Үҙендә иң яҡшы сифаттарҙы туплаған элекке совет уҡытыусыларының сағыу өлгөһө ине ул. Кейгән "уҡытыусыларский" кейемдәре үҙенә килешеп торҙо. Сәсен ҡупшы итеп өйөп ҡуя торғайны. Ҡулында гел указка булды. Беренсе уҡытыусым Зилә Һибәт ҡыҙы Ғибәҙәтова-Вәлиеваның яҡты һыны гел күҙ алдымда. Уға рәхмәтем сикһеҙ. Сөнки ул минең кескәй йөрәгемә асҡыс табып, маҡтап-хуплап күңелемде, аңымды үҫтерҙе, ул биргән һабаҡтар бөгөнгө Баныуҙың белгән-таянғанының ныҡлы, ҡеүәтле нигеҙен тәшкил итә. Йәне йәннәттә булһын!
Ә һеҙ иҫләйһегеҙме тәүге уҡытыусығыҙҙы, мәктәпкә аяҡ баҫҡан көнөгөҙҙө?
Фотола: Зилә апай, уның янында Иркә апайым, Гөлнара, Гөлсинә, бала сағымды бәхетле иткән дуҫым Гөлшат, артта Рәфис Иштимеров, Айҙар Фәйзуллин, Радик Бүләкбаев, ситтә Ильяс Түләбаев.
Иркә апайым, Гөлнара, Айҙар икенсе класс уҡыусылары, ҡалғандары "первоклашкалар"))))