Һөнәри оҫталығын һәм һүндереү күнекмәләрен 150-нән ашыу янғын һүндереүсе арттырған.
Дәрестәр өсөн күнекмә базаһы итеп емереүгә әҙерләнгән бина һайланған.
Юғары температура шарттарында янғын һүндереүселәр тулы әҙерлектә янғын һүндереүсе матдәләрҙе минималь тотоноу менән янғынды тиҙ һәм һөҙөмтәле еңеп сығырға өйрәнгән, күсмә төтөн һурҙырғыстар ярҙамында эвакуация юлдарын төтөндән таҙартҡан. Тап ошо күнекмәләр һуңынан кеше ғүмерҙәрен һаҡларға ярҙам итә.
Фото: МЧС РБ.