- Бөтә республика буйлап эшләйем, - ти Айгөл Исхаҡова. - Күпселеген Урал аръяғы райондарында, шулай уҡ Өфө, Мәләүез, Салауат һ.б. ҡала-райондарҙа.
Был эш менән шөғөлләнеүемә 12 йыл булды инде. Һәр бер эштең – үҙ ауырлыҡтары, ләкин теләгең булһа, эшең оҡшаһа, ауырлыҡтарына артыҡ иғтибар итмәйһең.
Эштең бар нескәлектәренә төшөнөп, өйрәнеп, ныҡ тырышып, ваҡытыңды, көсөңдө йәлләмәй шуның менән генә булышһаң – аҡсаһына йәшәргә мөмкин.
Мин алып барыусы ғына булып эшләгән саҡтарым булды. Тик, ысынын әйткәндә, ялҡыта. Шуға ла хәҙер икенсе эш – күсмәй торған милек менән шөғөлләнә башланым. Алып барыусы эше минең өсөн хобби, өҫтәмә аҡса сығанағы кеүек кенә ҡалды. Ә элек янып эшләнем. Оҫталыҡ дәрестәренә күп йөрөнөм: Мәскәү, Питер, Түбәнге Новгород, Өфө – ҡайҙарға ғына йөрөп, оҫталыҡты камиллаштырманым! Төрлө социаль проекттарҙы ла алып барҙым. Әлеге эшемә лә шулай ең һыҙғанып тотонғанмын!
Бер эштән дә ҡурҡмай тотонған эшлекле һәм нәзәкәтле, һәр ваҡыт йыйнаҡ һәм яуаплы, тыйнаҡ холоҡло һылыу Айгөл ире Илшат менән матур ғаилә ҡороп, тәрбиәле, аҡыллы балалар үҫтерә. Донъяны йәмләгән гүзәл кешегә уңыштар юлдаш булһын!
Фото: Айгөл Исхаҡованың шәхси сәхифәһенән.