Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Октябрь 2024, 09:00

Ҡабатланмаҫ моң эйәһе

20 йыл элек оло юғалтыу кисерҙек - Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы лауреаты, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы Мәғәфүр Хисмәтуллиндың йөрәге тибеүҙән туҡтаны... 

Ҡабатланмаҫ моң эйәһеҠабатланмаҫ моң эйәһе
Ҡабатланмаҫ моң эйәһе

Рәшит Шәкүрҙең очеркынан өҙөк тәҡдим итәбеҙ:

- Башҡорт халҡының йыр сәнғәтендә мәңгелек исемдәр, күңел киңлектәрендә мәңге балҡып торорҙай яҡты йондоҙҙар бар. Илаһи йыр оҫтаһы Мәғәфүр Хисмәтуллин — шундай сағыу һәм һирәк тыуа торған шәхестәрҙең береһе. Уның исеме күптән инде башҡорт йыр һәм моңоноң символына, башҡорттоң оҙон көйлө боронғо классик йырҙарын башҡарыуҙа ул үҙе бер оҫталыҡ мәктәбенә, ҡабатланмаҫ күренешкә әйләнде. Боронғо көйҙө ул юғары профессионаллек, опера сәнғәтенә хас фекерләү ҡеүәһе менән бергә бәйләне. Халыҡ йырына, йөрәк түренән сыҡҡан милли моңға башҡарыу оҫталығын ҡушып, опера йырсыһы булараҡ ул профессиональ сәнғәткә, милли операларыбыҙға башҡорт халыҡ моңоноң аһәңен алып килде, шуның менән йыр сәнғәтенең һәр ике төрөндә берҙәй үк уңышҡа, дан-шөһрәткә өлгәште. Уның бүтән талантлы йырсыларҙан айырмалы, үҙенсәлекле яҡтары һәм, ғөмүмән, ижадының ҡабатланмаҫ һыҙаттары ла иң элек нәҡ бына шул ике көслө башланғыстың берлегендә булһа кәрәк.
Халыҡ рухына, халыҡ моңона тоғролоҡ... Был фекерҙең ҡиммәтен һәм әһәмиәтен баһалап бөтөрҙәй ниндәй генә һүҙҙәр бар икән? Бөтөн йәшлеге, оҙон ижад ғүмере шәхес культы, тоталитар режим дәүерҙәре аша үткән милли йырсы һәм сәнғәт эшмәкәре өсөн уның мәғәнәһе бермә-бер ҡәҙерлелер, моғайын. Хәйер, кемдең генә тормош юлы тураһында һөйләргә булһаң да, һүҙ башы барыбер тыуған тупраҡҡа, быуын-быуын ата-бабалар ғүмер иткән, донъя көткән изге тыуған төйәккә барып тоташа. 

Мәғәфүр Хисмәтулла улы Хисмәтуллин — мең ҡәүеменең ҡобау-мең ырыуы башҡорто. Ул 1915 йылдың 23 ғинуарында элекке Өфө губернаһы Өфө өйәҙенең (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Иглин районының) Яңы Ҡобау ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Атаһы империалистик һуғыш утында хәбәрһеҙ юғала. Әсәләре иһә ҡулында өс бала менән яңғыҙы тороп ҡала. Шуға күрә Мәғәфүргә кесе йәштән ауыр крәҫтиән хеҙмәтенә егелеп үҫергә тура килә. Ҡыйындың ҡаймағын имерһең тигәндәй, аҙаҡ, ижад юлына аяҡ баҫҡас, уңғанлыҡ, эш һөйөүсәнлек уға бик күп ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға, яңынаняңы бейеклектәргә артылырға ярҙам итә. Иң мөһиме — тыуған ер, тыуған тупраҡ йылыһы, әсәһенең моңло йырҙары, ауыл кистәре, Салауат эҙҙәрен һаҡлаған тауҙар, үҙәндәр, тау ҡыуышлыҡтары, башҡорт батырҙары тураһында риүәйәт һәм легендалар уның күңелендә һәм зиһенендә ғүмерлеккә урын ала, уйҙарына, хыялдарына ҡанат ҡуя. Үҫмер сағынан уҡ ул ҡулына гармун ала,
йырға, бейеүгә әүәҫ була, мәктәптә һәм ауыл клубында художестволы үҙешмәкәрлек түңәрәктәрендә ҡатнаша башлай. 1929 йылда башланғыс мәктәпте тамамлай, алдағы йылына, Өфөгә килеп, тимер юл курстарына уҡырға инә, бер йыл тимер юлда эшләй. 1931—1934 йылдарҙа Башҡорт театр техникумының театр бүлексәһендә уҡый. Техникумда уҡыған осорҙа тәү башлап профессиональ сәхнәгә аяҡ баҫа: уны Башҡорт академия драма театрына эпизодик ролдәрҙә уйнарға саҡыралар. Йәйге гастролдәр ваҡытында театр труппаһы менән алыҫ райондарға сығыу, йырсылар, ҡурайсылар менән осрашыуҙар күңелен байыта, онотолмаҫлыҡ хәтирәләр ҡалдыра. Артабан, Баймаҡ колхоз-совхоз театрында актер булып эшләгән аҙ ғына ваҡыт (1934 йылдың ноябренән 1936 йылдың авгусына тиклем) уның актерлыҡ ижадында
бик ҡәҙерле бер миҙгелгә әйләнә. Бында ул, драма артисы булараҡ, Д. Юлтыйҙың «Ҡарағол», А. Таһировтың «Алатау», С. Мифтаховтың «Һаҡмар» әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған спектаклдәрҙә уйнай. Бигерәк тә «Ҡарағол»да Әпкәләй, «Алатау»ҙа көтөүсе Әхмәр ролдәрен башҡарып, уңыш ҡаҙана. Әгәр ҙә театр уға сәхнә оҫталығын үҫтереү юлында бер баҫҡыс булһа, йырлы, моңло Баймаҡ төбәгендә, Урал аръяғында йәшәү буласаҡ йырсы өсөн айырыуса әһәмиәт ҡаҙана. Ошонда ул үҙенең ғүмерлек юлдашы, башҡорт халыҡ йырҙарын бөтөн нескәлектәренә тиклем белеп башҡарыусы йырсы ҡыҙ Сөйөмбикә Кулибаева менән осраша. 1936 йылдың авгусында нәҡ бына Баймаҡтың үҙенә Мәскәү дәүләт консерваторияһының Башҡорт бүлексәһенә йәш таланттарҙы һайлап алыу өсөн комиссия килеп төшә. М. Хисмәтуллин, комиссия алдында һынау тотоп, Ғ. Әлмөхәмәтов, С. Ғәбәши һәм В. Виноградовтың М. Ғафури либреттоһына яҙылған «Эшсе» операһынан атаҡлы Ниғмәт арияһын башҡара. Йәш
йырсының тауышын да, артислыҡ һәләтен дә, тауыш һәм ритм һиҙгерлеген дә юғары баһалайҙар. Шулай итеп, уның яҙмышында өр-яңы хыял киңлектәре асыла. Консерваторияла М. Хисмәтуллин тәжрибәле педагог, профессор Евгений Владимирович Енохович класында уҡый. Хоҙайҙан бирелгән талант янына тырышлыҡты ҡушыу, тауыш һәм актерлыҡ оҫталығын үҫтереү йүнәлешендә айҙар, йылдар буйы алһыҙ-ялһыҙ эшләү үҙенекен итә. М.Хисмәтуллин ошо студент йылдарында уҡ, йәйге каникул көндәрендә Башҡортостанға ҡайтып, концерт бригадалары менән бергә сығыш яһай. «Консерваторияның дүртенсе курсынан һуң, 1941 йылдың ғинуарынан,
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында эшләй башланым. Артабан вокал менән үҙ аллы шөғөлләндем, — ти үҙе тураһында Мәғәфүр ағай. — Яҡшы йырҙарҙы күп тыңланым, һәйбәт башҡарыусыларҙан Лемешев, Шаляпин халыҡ йырын нисек башҡарған, шулай йырлауҙы маҡсат итеп ҡуйҙым. Халыҡ көйҙәрен бельканто манераһында, Европалағыса яңғыратырға тырыштым».
«Беҙҙең башҡорт халыҡ йыры классик операларҙың ариялары кимәлендә тора. Халыҡ йырын мин ынйы-гәүһәрҙәргә тиң фольклорҙан алып классик манераға күсереүем менән бәхетлемен», - ти М. Хисмәтуллин. Әйткәндәй, был фекер һәм был маҡсат беҙҙең бөгөнгө көн, хәҙерге йыр сәнғәтебеҙ өсөн дә үтә мөһим һәм көнүҙәк. Һәр быуын йырсылары, халҡыбыҙҙың тиңдәшһеҙ йыр мираҫы йәшәһен һәм бөтөн донъя күләмендә әленән-әле нығыраҡ таныла барһын тиһәләр, нәҡ ана шул Хисмәтуллинса юғары башҡарыу оҫталығы, Европа классикаһы менән тиң кимәлгә өлгәшеү маҡсатын да ҡуйһалар икән. Мәғәфүр Хисмәтуллин 1941 йылдың ғинуарынан алып 47 йыл ғүмерен
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына, башҡорт опера сәнғәтенә арнай. Үҙ ғүмеренең ярты быуатҡа яҡын был дәүере тураһында Мәғәфүр ағай Башҡортостан радиоһы тапшырыуҙарының береһендә: «Ҡырҡ ете йыл йырлаған ваҡытым гел байрам булып үтте», — тине. Ижад эше менән илһамланып, ҡанатланып, сәнғәткә, халыҡ йырына ысын-ысынында оло мөхәббәт һаҡлаған, үҙ хеҙмәтенән бәхет тә, шатлыҡ та табып йәшәй белгән талант эйәләре генә әйтә ала торғандыр бындай һүҙҙәрҙе. Ә бит сәнғәттә бер генә уңыш та үҙлегенән генә килмәй. Күпме тир түгә, эҙләнә, икеләнеүҙәр, борсолоуҙар аша үтә ижадсы. Мәғәфүр ағайҙың үҙенең театр, опера сәнғәте
менән бәйле ошондай һүҙҙәре бар: «Ролдәремде мөмкин тиклем филигранлы итеп эшләргә тырыштым», — ти ул. Филигранлы итеп эшләү — тимәк, һәр бер ролде әҙерләгәндә бөтөн нескәлектәренә ҡәҙәр уйлап, һүрәтләү сараларын мөмкин тиклем ҡулланыуға өлгәшеү тигән һүҙ. Театрҙа эшләгән осорҙа ул рус һәм донъя классикаһы, туғандаш халыҡтар һәм башҡорт композиторҙары әҫәрҙәрендә илленән ашыу опера партияларын башҡара. Бында уның тәүге роле әзербайжан композиторы Үзәир Ғәджибековтың киң билдәле «Аршинмал алан» исемле комик операһында Вәли роле була. 1940 йылда театрҙа тәүге башҡорт милли операларының береһе — Мәсәлим Вәлиевтең «Һаҡмар» әҫәрендә Фәхри образын тыуҙыра. X. Заимов менән А. Спадавеккианың башҡорт халыҡ эпосы мотивтары буйынса яҙылған «Аҡбуҙат» операһында (1942) һыу аҫты батшаһы Шүлгән, Н. Чемберджиҙың «Ҡарлуғас»ында (1944) Шатморат образдары уның ижади үҫешендә ҙур әһәмиәт ҡаҙана. Көнбайыш
һәм рус классик операларында башҡарған ролдәре менән дә М. Хисмәтуллин музыкаль йәмәғәтселектең юғары баһаһына лайыҡ була. Был ролдәр араһында мәктәп уҡытыусыһы (П. Чайковский, «Черевички»), Винокур (Н. РимскийКорсаков, «Май төнө»), Арлекин (Р. Леонковалло, «Паяцы»), Пантелей (И.Дзержинский, «Тымыҡ Дон») партиялары айырыуса иҫтә ҡалырлыҡ була. Әммә Мәғәфүр Хисмәтуллиндың опера сәхнәһендә иң ҙур ҡаҙанышы, иң бейек артылышы — ул, әлбиттә, Салауат образы! Заһир Исмәғилевтең милли геройыбыҙға, халҡыбыҙҙың азатлыҡ көрәшенә арналған был героик операһын театр Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәтенең 1955 йылда Мәскәүҙә уҙғарылған декадаһына әҙерләй. Әҫәр сәнғәтебеҙ үҫешендә уғаса булмаған ғәйәт ҙур ваҡиға, тулҡынландырғыс тамаша тип ҡабул ителә. Операға һәм төп образды
башҡарыусы Мәғәфүр Хисмәтуллин ижадына үҙәк матбуғат, илдең күренекле сәнғәт эшмәкәрҙәре ҙур иғтибар бирә. Әҫәр ысын-ысынында оҙон ғүмерле була:
театрҙа күп йылдар буйы һәр бер яңы сезонды нәҡ ошо опера менән асыу үҙенсәлекле бер традицияға әйләнә. Миңә лә 60-сы йылдар башында «Салауат
Юлаев» әҫәрен ҡат-ҡат тыңларға, М. Хисмәтуллинды бөйөк батырыбыҙ образында күреп, бөтмәҫ-төкәнмәҫ уй һәм тойғолар кисерергә насип булды. Мәғәфүр Хисмәтуллиндың был образды башҡарыуы килер быуындар өсөн һоҡланып һөйләрлек бер легенда булып ҡалыр, күрәһең. Сөнки спектаклдә тәүге минуттарҙан алып аҙағына тиклем Салауат рухы (тимәк, азатлыҡ һәм башҡорт рухы), Салауат тойғоһо менән йәшәйһең. Бына, йөрәктәрҙе елкендереп, илаһи увертюра тамамланыу менән үк хозур Урал тәбиғәте ҡуйынына алыҫ быуаттар төпкөлөнән йәш бәһлеүән Салауат һыны килеп баҫа һәм күҙ алдында хәҙер инде һәр беребеҙгә тиерлек таныш ваҡиғалар башланып китә. Салауат, Әминә, Юлай старшина, Салауаттың әсәһе, дуҫтары — ниндәй яҡын һәм ҡәҙерле образдар. Ә ниндәй ариялар, ниндәй моң, алҡынып торған йөрәк хистәре унда!
Хуш, Уралым,
Көмөш йылғалар, хуш,
Мин китәмен һуғыш юлына...

Тулы варианты: https://kitaptar.bashkort.org/storage/files/Арҙаҡлы%20башҡорттар.pdf

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас