Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Октябрь 2024, 14:34

Мутлашыусылар тураһында барыһы ла белә...

Әммә алданыусылар һаны бер ҙә кәмемәй. Мәҫәлән, һуңғы 24 сәғәт эсендә генә Башҡортостанда 33 кеше мутлашыусылар тоҙағына ҡапҡан. 

Мутлашыусылар тураһында барыһы ла белә...Мутлашыусылар тураһында барыһы ла белә...
Мутлашыусылар тураһында барыһы ла белә...

Алданыусылар араһында Өфөнән 85 йәшлек бабай ҙа бар.

Мутлашыусылар "Баштелеком" һәм "полиция" хеҙмәткәрҙәре булып таныла һәм пенсионерҙы алдап, аҡсаны иҫәптән алып, "курьерҙарға" тапшырырға күндерә. Һөҙөмтәлә бабай 600 мең һумдан ашыу аҡсаһын мутлашыусыларға бирә. Һуңынан ғына алданғанлығын аңлай.

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: мутлашыусыларҙың хәйләләренә бирешмәгеҙ! Шәхси мәғлүмәттәрҙе уларға әйтмәгеҙ, "курьерҙарға" аҡса бирмәгеҙ!

Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас