Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Октября 2024, 14:30

Ир иҙән йыуыусы ҡатынды үлтерә яҙғансы туҡмаған...

Затонда йәшәүсе ир ябай бер ҡатынды үҙенең бесәйенең үлемендә ғәйепләгән.

Ир иҙән йыуыусы ҡатынды үлтерә яҙғансы туҡмаған...Ир иҙән йыуыусы ҡатынды үлтерә яҙғансы туҡмаған...
Ир иҙән йыуыусы ҡатынды үлтерә яҙғансы туҡмаған...

Ерҙә үлеп ятҡан бесәйен күреп, иҫерек ир уны 24-се ҡаттан подъезды йыуған ҡатын ырғытҡан, тип уйлай. Шуға ла енләнеп, бисара ҡатынға ташлана, уны ныҡ итеп туҡмай.

Зыян күреүсене бик ауыр хәлдә дауаханаға оҙатҡандар, әлеге ваҡытта ул комала.

Иргә ҡарата енәйәт эшен ҡуҙғатып, уны ҡулға алғандар.

БР Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, енәйәттең шаһиттарынан һорау алына, ваҡиғаның бөтә шарттарын асыҡлауға һәм дәлилдәр базаһын йыйыуға йүнәлтелгән тикшереү эштәре үткәрелә.

Фото: https://vk.com/surbskr

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас