Дүртөйлөлә йәшәгән 60 йәшлек ҡатынға "банк хеҙмәткәре" шылтыратып, әлеге ваҡытта иҫке карталарҙы яңыларына алмаштырыу буйынса эш алып барылыуын хәбәр итә. Йәнәһе лә, курьер тәғәйенләнгән һәм иртәгә килеп етәсәк.
Ҡатынға уйларға ла ирек бирмәйенсә, ир уны ныҡ ашыҡтыра, риза булмаған осраҡта картаны ябыу менән янай.
Ялған банк хеҙмәткәре шулай уҡ "ҡатындың ризалығын раҫлау һәм верификация үтеү өсөн" смс-хәбәрҙәрҙән кодтарҙы әйтергә күндерә.
Шулай итеп, мут әҙәм зыян күреүсенең мобиль телефонына ситтән инеп, уның банк иҫәбенән тиҫтәләрсә мең һум аҡса урлай.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, смс-хәбәр аша килгән кодтар һеҙҙең ҡултамғағыҙға тиң, уларҙы бер кемгә лә әйтмәгеҙ!