Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Октября 2024, 07:00

Иҫән-һау ҡайт, батыр!

Беҙҙең яугирҙар махсус хәрби операцияла хәрби бурысын намыҫ менән үтәй. Башҡортостан ир-егеттәренең йыш-йыш төрлө наградаға лайыҡ булыуы - быға дәлил. Ауырғазы районынан "Хаттаб" та миҙал менән бүләкләнгән.

Иҫән-һау ҡайт, батыр!Иҫән-һау ҡайт, батыр!
Иҫән-һау ҡайт, батыр!

Был турала район хакимиәте башлығы Арыҫлан Шәһәретдинов социаль селтәрҙә хәбәр иткән. "Хаттаб" фронтта ҡыйыулыҡ күрһәткәне өсөн "Батырлыҡ өсөн" миҙалына лайыҡ булған.

"Геройыбыҙҙы ихлас ҡотлайым! Хәрби бурысты артабан да үтәүҙә уңыштар һәм иҫән-һау тыуған яғына әйләнеп ҡайтыуын теләйем", - тип яҙған хакимиәт башлығы.

Һәр береһе имен булһын!

Фото: телеграм-канал А. Шагаретдинова.

Иҫән-һау ҡайт, батыр!
Иҫән-һау ҡайт, батыр!
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас