Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Октябрь 2024, 14:37

Аварияла ике кеше һәләк булған

Өфө Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре ике кеше һәләк булған юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәрен асыҡлай.

Аварияла ике кеше һәләк булғанАварияла ике кеше һәләк булған
Аварияла ике кеше һәләк булған

Юл-транспорт ваҡиғаһы бөгөн көндөҙ Перспектива урамында теркәлгән: унда "ВАЗ-2115", "Рено Дастер" һәм "Лада Нива" бәрелешкән. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә 75 йәшлек "Рено" водителе һәм уның 72 йәшлек пассажиры, водителдең ҡатыны, алған йәрәхәттәрҙән ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе вафат була. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәренең эшмәкәрлеген координациялау һәм юл-транспорт ваҡиғаһының бөтә сәбәптәрен асыҡлау өсөн урынға Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының Дәүләт автоинспекцияһы идаралығы начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы полиция подполковнигы Олег Дмитриев барған.

Һәләк булғандарҙың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...

Фото: БР ДАИ.

Аварияла ике кеше һәләк булған
Аварияла ике кеше һәләк булған
Аварияла ике кеше һәләк булған
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас