Йыл башынан алып республиканың 159 эш биреүсеһе үҙ компанияларына юғары уҡыу йорттарын һәм урта махсус уҡыу йорттарын тамамлаған 300-гә яҡын кешене стажировкаға ҡабул иткән. Сара Башҡортостанда 2009 йылдан алып тормошҡа ашырыла һәм "Демография" милли проектының төп бурысы булған йәштәр мәшғүллегенә булышлыҡ итеү механизмдарының береһе булып тора. Был ваҡыт эсендә 16,5 меңдән ашыу йәш белгес дәүләт ярҙамы менән кәрәкле тәжрибә алған, ә ҡатнашыусы предприятиелар үҙ аллы кадрҙар резервы булдырған.
Тулыраҡ мәғлүмәт рәсми сайтта: https://pravitelstvorb.ru/news/25111/
Фото: https://pravitelstvorb.ru/news/25111/