14 сентябрҙә ҡыҙға билдәһеҙ кеше шылтыратып, үҙен YOTA мобиль операторы хеҙмәткәре тип таныштыра. Енәйәтсе ҡыҙға сим-картаның ғәмәлдән сығыу ваҡытын оҙайтыу кәрәклеге тураһында хәбәр итә һәм ҡыҙҙан SMS-тағы кодты әйтеүен һорай. Аферисҡа ышанып, ул "Дәүләт хеҙмәттәре" порталына инеү өсөн кодты һәм ике паролде әйтә. Шул уҡ кистә ул "Дәүләт хеҙмәттәре" аккаунтына рөхсәтһеҙ инеү тураһында хәбәр ала. Ҡыҙ, икенсе телефондан ингәндәр, тип яуап яҙа.
Һуңынан уға тағы билдәһеҙ номерҙан шылтыратыу килә. Ярҙам хеҙмәте булып сығыш яһаған мутлашыусылар ҡыҙға Үҙәк банк хеҙмәткәре менән бәйләнешкә инергә тәҡдим итә. Ул ризалаша, һәм уға "банк күсереүҙәре буйынса белгес" шылтырата. Аферист ҡыҙҙы кредит алырға һәм аҡсаны махсус иҫәпкә күсерергә күндерә, шулай итһәгеҙ, мутлашыусылар аҡсаны файҙалана алмаҫ, тиҙәр. Ҡыҙ инструкция буйынса банкка юллана. Банк хеҙмәткәрҙәре ҡыҙҙың шикле ғәмәлдәренә иғтибар итә һәм уның менән мутлашыу тураһында әңгәмә үткәрә. Киҫәтеүҙәргә ҡарамаҫтан, ул үҙ аллы эш итеүен раҫлай һәм хатта махсус бланк тултыра. Сумманы алғас, ул төрлө иҫәптәргә 1,5 миллион һумдан ашыу аҡса күсерә.
Бер нисә көндән һуң мутлашыусылар уның менән тағы ла бәйләнешкә инә, кредит потенциалын кәметеү өсөн аҡса күсереү кәрәклеге тураһында хәбәр итә. Ҡыҙ ҡабаттан банкка барып, алынған аҡсаны күрһәтелгән иҫәптәргә күсерә. Ул был процедураны бер нисә тапҡыр ҡабатлай, ә һуңынан банк күсереүҙәрҙе тыя башлай.
Шул саҡта ҡыҙ дуҫтарынан ҙур сумма аҡса һорай. Дуҫтары үҙ сиратында ҡыҙҙың ата-әсәһенә мөрәжәғәт итә һәм ҡыҙҙың мутлашыусыларҙың ҡорбаны булыуын аңлата.
Дөйөм алғанда, был ҡыҙ енәйәтселәргә 4 миллион һумдан ашыу аҡса күсергән.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы, бер ҡасан да SMS-тан кодтарҙы таныш булмаған кешеләргә хәбәр итмәгеҙ, тип иҫкәртә. Мутлашыусылар төрлө ойошмалар, шул иҫәптән дәүләт хеҙмәттәре, Үҙәк банк, ФСБ һәм башҡалар хеҙмәткәрҙәре булып, уйлап сығарылған һылтауҙар менән һеҙҙең мәғлүмәттәрҙе һорай ала. Шуны иҫтә тотоғоҙ: бер ниндәй ҙә учреждение һеҙгә таныш булмаған иҫәптәргә аҡса күсереүҙе талап итмәй. Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.