Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының Бөрө район-ара тәфтиш бүлеге йыйған дәлилдәрҙе суд "Благовещен күп профилле профессиональ колледжы"ның элекке һәм хәҙерге дүрт бухгалтер хеҙмәткәренә ҡарата хөкөм сығарыу өсөн етерлек тип таный.
Улар Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 159 статьяһының 4-се өлөшөндә ҡаралған енәйәт ҡылыуҙа ғәйепле тип таныла.
Тикшереү барышында асыҡланыуынса, колледждың бухгалтерия хеҙмәткәрҙәре 2015 йылдан 2021 йылға тиклем учреждение бюджетынан стипендиялар менән тәьмин итеү өсөн тәғәйенләнгән аҡсаларҙы систематик рәүештә урлай. Фигуранттар үҙҙәренең шәхси иҫәптәренә һәм туғандарының, таныштарының иҫәптәренә аҡса күсереү тураһында ялған документтар әҙерләй. Шулай итеп, енәйәтселәр 9 миллион һумдан ашыу аҡса урлап, үҙ ихтыяры буйынса ҡуллана. Хөкөм ҡарарының үтәлешен тәьмин итеү һәм килтерелгән зыянды ҡаплау маҡсатында хөкөм ителгәндәрҙең милкенә арест һалынған. Суд уларҙы шартлы рәүештә 4 йылдан алып 6 йылға тиклем иректән мәхрүм итеүгә хөкөм итә. Бынан тыш, хөкөм ителгәндәргә килтерелгән зыянды ҡапларға кәрәк. Хөкөм ҡарары әле закон көсөнә инмәгән.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.