1. Порталдағы шәхси кабинетығыҙҙа авторизация үтегеҙ.
2. «Ер. Йорт» бүлегендә «Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрынан күсермә» хеҙмәтен һайлағыҙ
3. «Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрынан мәғлүмәт һорап алырға» тигән һылтанма буйынса үтегеҙ һәм «Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрынан хоҡуҡ билдәләүсе документтарҙың йөкмәткеһе тураһында өҙөмтә» тигән төрҙө һайлағыҙ.
4. Кәрәкле юлдарҙы тултырығыҙ: күсемһеҙ милек объектының кадастр номерын йәки адресын күрһәтегеҙ.
5. Дәүләт пошлинаһын онлайн түләгеҙ. Һеҙгә электрон рәүештә өҙөмтә килер.
6. Теләһәгеҙ, өҙөмтәне Күп функциялы үҙәктең үҙегеҙгә уңайлы офисында баҫтырып алырға һәм раҫлатырға мөмкин.
Шулай уҡ түбәндәгеләрҙе уҡығыҙ:
▫ Коммерцияға ҡарамаған баҡса ширҡәтенең дөйөм мөлкәтендә дача хужаларына үҙ өлөшөн нисек юлларға?
▫ Фатир алырға теләйем. Уға ҡарата милек хоҡуғына сикләүҙәр бармы-юҡмы икәнен нисек белергә?
▫ Нимә ул машина урыны һәм уны нисек законлаштырырға?
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан