Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Октябрь 2024, 11:00

Күп балалы ғаиләләр электрон формалағы таныҡлыҡтар менән файҙалана ала

Быйыл октябрҙән күп балалы ғаилә таныҡлығын электрон формала рәсмиләштерергә мөмкин. Бының өсөн "Дәүләт хеҙмәттәре" порталында ғариза яҙырға кәрәк.

Күп балалы ғаиләләр электрон формалағы таныҡлыҡтар менән файҙалана алаКүп балалы ғаиләләр электрон формалағы таныҡлыҡтар менән файҙалана ала
Күп балалы ғаиләләр электрон формалағы таныҡлыҡтар менән файҙалана ала

Документ порталда һәм Дәүләт хеҙмәттәре ҡушымтаһында "Ғаилә һәм балалар" бүлегендә раҫланған иҫәп яҙмаһы менән ғаилә ағзаларының шәхси кабинетында күрһәтеләсәк, унда QR-код буласаҡ.

- Электрон форматтың өҫтөнлөгө шунда: ул һәр саҡ ҡул аҫтында, смартфонда. Уның хужалары документ кәрәк саҡта өйҙә онотҡандары өсөн борсолорға тейеш түгел. Уны юғалтыу мөмкин түгел, юғалғас, тергеҙеү кәрәкмәй. Бынан тыш, QR-кодты ғаиләнең башҡа ағзалары менән уртаҡлашырға мөмкин, ә ҡағыҙ таныҡлыҡ ғаиләгә берәү генә бирелә, әйткәндәй, ул, әлбиттә, һаҡлана, - тип һөйләй Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.

Таныҡлыҡты алыу өсөн күп балалы ғаиләлә ата-әсәләрҙең һәм балаларҙың "Дәүләт хеҙмәттәре"ндә раҫланған иҫәп яҙмаһы һәм вәкәләтле орган - Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге филиалы раҫлаған күп балалы ғаилә статусы булырға тейеш.

Күп балалы ғаиләнең ҡағыҙ таныҡлығын алыу өсөн ғаризаны Күп функциялы үҙәк офисында, Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге филиалында йәки "Дәүләт хеҙмәттәре" аша бирергә мөмкин. Консультация алыу өсөн телефон аша мөрәжәғәт итеү уңайлы: 8 (800) 100-00-01.

Фото: https://pravitelstvorb.ru/news/25112/

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас