Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Октября 2024, 16:30

"Интим хеҙмәт күрһәтеү"ҙә мутлашҡан ирҙе тотҡандар

Һамар өлкәһенән 27 йәшлек ир интернет аша ҡыҙҙарҙың ҡайнар һөйөүен эҙләгән ир-егеттәрҙе алдап, аҡса эшләп йөрөгән. 

"Интим хеҙмәт күрһәтеү"ҙә мутлашҡан ирҙе тотҡандар"Интим хеҙмәт күрһәтеү"ҙә мутлашҡан ирҙе тотҡандар
"Интим хеҙмәт күрһәтеү"ҙә мутлашҡан ирҙе тотҡандар

Өфөнән 25 йәшлек егет бер кистә тематик сайтта теркәлгән. Үҙенә оҡшаған ҡыҙҙарҙы тапмағас, сайттан сығып китә. Ләкин бер аҙҙан уға "интим хеҙмәт күрһәтеү салоны менеджеры" шылтырата. Шылтыратыусы, клиенттың сайтҡа инеүе арҡаһында системаның боҙолоуы хаҡында әйтә, проблеманы тыныс хәл итеү өсөн 37 мең һум аҡса күсерергә ҡуша. Егет аферистың күрһәтмәләрен үтәй. Әммә енәйәтсе артабан да аҡса талап итә башлағас, зыян күреүсе үҙенең мутлашыусылар тоҙағына эләгеүен аңлай һәм полицияға ғариза яҙа.

Был факт буйынса Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 159-сы статьяһының 2-се өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла.

Оператив-эҙләү саралары һөҙөмтәһендә, мутлашыуға Һамар өлкәһенән 27 йәшлек ирҙең ҡыҫылышы булыуы ихтималлығын, уның Ҡазанда булыуын асыҡлайҙар. Енәйәтсене Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре Росгвардия яугирҙары менән берлектә ҡулға ала.

Ҡулға алынған кеше менән эшләү барышында уның Өфөнән тағы бер кешенән аҡса таптырыуы факты билдәле була. Ул ир 34 мең һум зыян күргән. Был факт буйынса Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 163-сө статьяһының 1-се өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Ғәйепләнеүсегә һаҡ аҫтына алыу сараһы һайлана. Полиция хеҙмәткәрҙәре уның республика территорияһында башҡа шундай уҡ енәйәттәргә ҡатнашлығы бармы-юҡмы икәнен тикшерә, тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Фото һәм видео: https://web.telegram.org/a/#-1001721020242 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас