Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Октябрь 2024, 07:22

Эскелектән енәйәткә бер аҙым

Берәүҙе үлтергән, икенсене ауыр йәрәхәтләгән...

Эскелектән енәйәткә бер аҙымЭскелектән енәйәткә бер аҙым
Эскелектән енәйәткә бер аҙым

Бер ай ярым самаһы эҙләнеүҙә булған ир кеше үлтереү һәм үлтерергә маташыу өсөн суд алдына баҫасаҡ.

2024 йылдың 26 апрелендә дауаханаға ауыр хәлдә 49 йәшлек ир килтерелә. Ул бысаҡтан яраланған була. "Кузнецов Затоны" биҫтәһендәге уның йортон ҡарау барышында уның 49 йәшлек танышының мәйете табыла (шулай уҡ бысаҡ менән яраланған).

Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, зыян күреүсегә уның танышы менән бергә шуғаса таныш булмаған ғәйепләнеүсе ҡунаҡҡа килгән. Спиртлы эсемлектәр ҡулланғандан һуң шул ҡунаҡ, ике бысаҡ менән ҡоралланып, ирҙәр торған балконға сыға һәм уларға һөжүм итә. Фатир хужаһы ҡасып, ярҙам һорап мөрәжәғәт итә, һөҙөмтәлә ул иҫән ҡала. Икенсе зыян күреүсе яраларҙан фатирҙа йән бирә.

Фигурант, видеокүҙәтеү камералары объективтарына эләкмәҫ өсөн, фатирҙа булған кейемдәрҙе кейеп, юлда кеҫә телефонын һәм бысаҡтарҙы ташлап, ҡаса. Тәфтишселәр һәм криминалистар енәйәтте тикшереү бүлеге хеҙмәткәрҙәре менән берлектә ай ярым дауамында ғәйепләнеүсенең ҡайҙалығын асыҡлау маҡсатында әүҙем планлы эш алып бара: видеокүҙәтеү камераларының яҙмалары тикшерелә, ирҙең аралашыу даирәһе тикшерелә, оператив-эҙләү һәм техник саралар комплексы үткәрелә, һөҙөмтәлә ғәйепләнеүсенең йәшеренеп йөрөгән урындарын асыҡлай алалар. Ир баш ҡаланың Дим районындағы баҡса ширҡәттәренең береһендә - баҡса участкаһы биләмәһендәге мунсала тотола.

Раҫланған ғәйепләү һығымтаһының күсермәһен ғәйепләнеүсегә тапшырғандан һуң енәйәт эше судҡа ҡарау өсөн ебәреләсәк. Ҡулға алынғандан бирле ул һаҡ аҫтында.

Фото: https://vk.com/surbskr?from=search

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас