Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Октябрь 2024, 06:04

Эшҡыуарҙар бизнес өсөн консультация һәм белем биреү хеҙмәттәренә баһа бирҙе

Башҡортостан Республикаһының бизнесҡа ярҙам итеү институттары бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары, төбәктең үҙмәшғүлдәре араһында һорау алыу үткәрҙе. 560 кеше 2024 йылдың 9 айында "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ инициативаһына ярҙам" милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә күрһәтелгән консультация һәм белем биреү хеҙмәттәрен баһаланы.

Эшҡыуарҙар бизнес өсөн консультация һәм белем биреү хеҙмәттәренә баһа бирҙеЭшҡыуарҙар бизнес өсөн консультация һәм белем биреү хеҙмәттәренә баһа бирҙе
Эшҡыуарҙар бизнес өсөн консультация һәм белем биреү хеҙмәттәренә баһа бирҙе

- Регуляр нигеҙҙә үткәрелгән һорау алыуҙар күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең көслө һәм көсһөҙ яҡтарын асыҡларға, шулай уҡ белем биреү һәм консультация өлкәһендәге бизнестың көнүҙәк ихтыяждарын белергә мөмкинлек бирә. Һорау алыуҙар һөҙөмтәләре хеҙмәттәр сифатын күтәреү, төбәктә бизнесты яҡлау институттарының эшен яҡшыртыу һәм хеҙмәттәр күрһәтеүҙең һөҙөмтәлелеген арттырыу өсөн кире бәйләнеш системаһын булдырырға мөмкинлек бирә, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Гордиенко.

Һорау алыу күрһәтеүенсә, респонденттарҙың 87,9 проценты бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеүсе инфраструктура ойошмалары күрһәткән хеҙмәттәрҙе "бик яҡшы" тип баһалай, 8,8 проценты "яҡшы" тип, 2,8 проценты "нейтраль" тип, 0,5 проценты "баһаларға ауырһынам" тип баһалай. Шулай итеп, уртаса балл 5 мөмкинлектән 4,8 тәшкил итә. Уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, "бик яҡшы" баһа биреүселәр һаны 14,6 процентҡа артҡан. Шулай уҡ анкеталау барышында респонденттар белем биреү хеҙмәттәренең сифатын яҡшыртыу буйынса өҫтәмә теләктәрен белдерә - был белем биреү сараларының һанын арттырыу, шул иҫәптән онлайн-трансляция менән, бизнестың төрлө аспекттары буйынса уҡытыу үткәреү - маркетинг, финанс, проекттар менән идара итеү һәм башҡалар.

Фото: https://pravitelstvorb.ru/news/25104/

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас