+9 °С
Болотло
Күмертау ҡалаһында иҫерек ир былтыр төндә 74 йәшлек әсәһен туҡмап үлтергән. Әбей терәк-хәрәкәт итеү аппараты проблемалары арҡаһында ярҙамһыҙ хәлдә була. Һуңғы йылдарҙа ул тәрбиәгә мохтаж булған.
Әсәһен туҡмағас, улы тыныс ҡына йоҡларға ятҡан. Иртән уянғас, яҡын кешеһенең үлеп ятҡанын күрә һәм ике туған һеңлеһенә шылтыратып хәбәр итә.
А. ошоға тиклем дә кеше үлтергән өсөн хөкөм ителгән булған. Иргә енәйәт эше асылған.
Ул үҙ ғәйебен өлөшләтә генә таныған.
Нисек үҙеңде тыуҙырып, тәрбиәләп үҫтергән ғәзиз әсәйеңә ҡул күтәрмәк кәрәк?!
Фото: 1tulatv.ru