-3 °С
Ҡар
"Вконтакте"
"Одноклассники"
"Телеграм"
Реклама биреүселәргә
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Октябрь , 21:00
ОЛОЛАР КӨНӨ МЕНӘН!
Гүзәл Ситдиҡова Ни мәрхәмәт беҙгә тәбиғәттән: Олоғаябыҙ яйлап-яйлап ҡына, Тамғаларын һала Хаҡ тәғәлә Берәмтекләп, һайлап-һайлап ҡына. Толомдарҙың ҡуңыр тулҡынына Уҡа булып сал сәс юлаҡлаған, Һиҙҙермәйсә генә сырайҙарға Ни арала һырҙар ҡунаҡлаған. Күҙ өйрәнеп кенә олоғаябыҙ, Тел әйләнмәй "ҡартлыҡ" тигән һүҙгә, Ә һикерәм тиһәң - билдән ала, Йүгерәйем тиһәң, теҙгә бөгә. Үтмәҫләнә бара күҙ ҡоросо, Дәңгелдәккә ҡала былбыл телдәр, Ярай әле кинәт ҡартаймайбыҙ, Ҡотто алыр ине күргән хәлдәр. Ә былайға -һәүетемсә генә Һиҙҙермәйсә йылдар һырҙар һала. Бүләк бит ул ҡартлыҡ! Ҡәҙерен бел! Күпмеләргә ҡартлыҡ килмәй ҡала...
ОЛОЛАР КӨНӨ МЕНӘН!
Фото: Т. Аманов
Автор:
Гөлнара Солтанова
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?