Бөгөн таңда Буреҡаҙған ауылы янында 41 йәшлек водитель "Лада Гранта" руле артында Талачев ауылы яғынан Стәрлетамаҡ ҡалаһы йүнәлешендә хәрәкәт иткәндә юлдан осҡан. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә водитель ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе йән биргән. Фажиғәнең сәбәптәре, шарттары асыҡлана.
Ирҙең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...
Әйткәндәй:
Уҙған тәүлектә, 30 сентябрҙә, Өфөлә баш ҡаланың Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан 34 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, 6 юл фажиғәһендә 8 кеше йәрәхәтләнгән.
Бөтәһе 354 юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағы теркәлгән. Шул иҫәптән, 77 водитель хәүефһеҙлек ҡайышын эләктермәй йөрөгән; 24 водитель йәйәүлеләргә юл бирмәгән; 30 водитель пассажир балаларҙы ташыу ҡағиҙәләрен боҙған; 32 йәйәүле юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн яуаплылыҡҡа тарттырылған.
14 иҫерек водитель, шулай уҡ водитель таныҡлығы булмаған 4 кеше тотолған.
Фото: БР ДАИ.