Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Сентябрь 2024, 15:30

Һуған мейене ҡартайыуҙан һаҡлай

Һуғандың һаулыҡ өсөн файҙаһы хаҡында күптән билдәле. Ысынлап та, был йәшелсәнең составындағы үҙенсәлекле матдәләр сәләмәтлеккә бәйле күп кенә проблеманы бөтөрөүҙә ярҙам итә.

Һуған мейене ҡартайыуҙан һаҡлайҺуған мейене ҡартайыуҙан һаҡлай
Һуған мейене ҡартайыуҙан һаҡлай

  Япония ғалимдары һуғандың тағы бер файҙалы үҙенсәлеген асыҡлаған. Ул мейе эшмәкәрлегенә лә ыңғай йоғонто яһай. Был иһә уның составындағы көкөрт ҡатнашмаларына бәйле икән. Улар организм тарафынан еңел үҙләштерелә һәм баш мейеһен иртә ҡартайыуҙан һаҡлай.

Һуғандың кеше организмына йоғонтоһон өйрәнеү буйынса Япония тикшеренеүселәре үткәргән тәжрибә күрһәтеүенсә, ул ыңғай хис-тойғоларҙы ҡабул итеү һәләтен көсәйтә, хәтерҙе яҡшыртыуға булышлыҡ итә. Белгестәр фекеренсә, бал ҡушып иҙелгән һуған айырыуса файҙалы. Уны оло йәштәге кешеләргә атеросклерозға ҡаршы    ашарға кәңәш итәләр. Йәштәргә лә зыян итмәй, иммунитетты нығыта, дөйөм организмды сәләмәтләндереүҙә  файҙаһы ҙур.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас