Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Сентября 2024, 08:00

Стәрлетамаҡта янғын һүндереүселәр 9 кешене ҡотҡарған

Бөгөн иртән Артем урамындағы 4-се ҡаттағы ике бүлмәле фатирҙа йорт мөлкәтенә ут тоҡанған. Янғын һүндереүселәр хәүефле зонанан 9 кешене, шул иҫәптән 2 баланы сығарған.

Стәрлетамаҡта янғын һүндереүселәр 9 кешене ҡотҡарғанСтәрлетамаҡта янғын һүндереүселәр 9 кешене ҡотҡарған
Стәрлетамаҡта янғын һүндереүселәр 9 кешене ҡотҡарған

Төтөн эсенән алып сыҡҡан саҡта кешеләргә ҡотҡарылыусылар битлектәре кейҙерелгән.

Шулай уҡ подъездан 16 кеше үҙ аллы эвакуацияланған. Белгестәр тактик вентиляция ысулын ҡулланып, төтөндө ҡыуған. 

Утты һүндереүгә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты янғын һүндереүселәре йәлеп ителгән. Зыян күреүселәр юҡ. Ваҡиғаның сәбәптәрен һәм шарттарын Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтишсеһе асыҡлай.

Фото: МЧС РБ.

Стәрлетамаҡта янғын һүндереүселәр 9 кешене ҡотҡарған
Стәрлетамаҡта янғын һүндереүселәр 9 кешене ҡотҡарған
Стәрлетамаҡта янғын һүндереүселәр 9 кешене ҡотҡарған
Стәрлетамаҡта янғын һүндереүселәр 9 кешене ҡотҡарған
Стәрлетамаҡта янғын һүндереүселәр 9 кешене ҡотҡарған
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас