Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Сентябрь 2024, 14:30

Октябрьскийҙа иргә һөжүм иткән балаларҙың шәхесе асыҡланған

БР Тәфтиш идаралығының Октябрьский ҡалаһы буйынса тәфтиш бүлеге һәм Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәренең берлектәге саралары һөҙөмтәһендә 28 сентябрҙә урамда иргә һөжүм иткән биш үҫмерҙе тотҡандар.

Октябрьскийҙа иргә һөжүм иткән балаларҙың шәхесе асыҡланғанОктябрьскийҙа иргә һөжүм иткән балаларҙың шәхесе асыҡланған
Октябрьскийҙа иргә һөжүм иткән балаларҙың шәхесе асыҡланған

Уларҙың өсәүһенә 14 йәш, икәүһенә 13 йәш.

Иргә, асыҡланыуынса, 40 йәш.

Тикшереү версияһы буйынса, ир үҫмерҙәргә киҫәтеү яһаған. Шуны оҡшатмай, малайҙар уға күмәкләп һөжүм иткән.

Әлеге ваҡытта бөтә ҡатнашыусылар менән тәфтиш эштәре алып барыла, ирҙең һаулығына килтерелгән зыяндың ауырлығын билдәләү маҡсатында уға ҡарата суд-медицина экспертизаһы тәғәйенләнгән.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас