Әбйәлилдәр инде 11-се тапҡыр гуманитар ылау ебәрҙе. Уны район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Вадим Ғафаров, Таштимер, Йәнгел, Әлмөхәмәт ауыл биләмәләре башлыҡтары Земфир Арғынбаев, Рөстәм Ҡадиров, Наталья Сатина, водительдәр Салауат Баһаув менән Рамаҙан Сәфиуллин алып киткән.
Гуманитар йөктә квадроцикл, шиндар, москит сеткалары, УАЗ өсөн запчастар, бензин генераторҙары, төҙөлөш ҡоралдары, “буржуйка”, медикаменттар, аҙыҡ-түлек бар.
Иң мөһиме – яугирҙарыбыҙ имен булһын, иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын!